Гузаль Рамазановна Ситдыкова
(башк. Гүзәл Рамаҙан ҡыҙы Ситдиҡова; род. 10 июня 1952) — общественный
и политический деятель, писатель, переводчик.
А.С. Пушкин
(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)
ЗИМНЕЕ УТРО
ҠЫШҠЫ ИРТӘ
Ҡояшлы һыуыҡ; әй ғәжәйеп көн!
Һиҙмәйһеңме ни, үтте ләһә төн –
Ассы күҙеңде, һылыуым, баҡсы:
Керпектәреңдән йоҡоңдо һирпеп,
Таң Алиһәһе яғына елпеп
Сулпан йондоҙҙай янына ҡалҡсы!
Кистән ел-дауыл ҡоторған ине,
Күкте болоттар тултырған ине,
Улар артында ай ҙа тик шәүлә,
Һары бер таптай күренә ине.
Һин дә бойоғоп төрөнә инең –
Әле тәҙрәнән... күрмәйһеңм(е) әллә:
Сағылтып күктең нурлы биләмен,
Ергә түшәлгән аҡ ҡар келәме
Күҙ ҡамашырлыҡ төҫкә буялған,
Урман селтәрҙәй - тормай йәшереп,
Ҡылау ҡырпыған шыршы йәшелен,
Йылғаның боҙо - гүйә быяла.
Гәрәбә балҡыш - бүлмәбеҙ эсе,
Яғылған мейес - кәрәкһә эҫе,
Утын сытырҙай. Яйлы урындыҡ.
Рәхәт яҫтыҡта йыбанып ятыу,
Бәлки кәрәктер бер йөрөп ҡайтыу,
Ектерәйемме әллә бурылды?
Ярһыу юрғаның ялын уйнатып,
Сана табанын көйлө шыжлатып
Еләйек әле иртәнге ҡарҙан,
Бушанып ҡалған ҡыр-урман буйлап,
Үтәйек әле яҡты уй уйлап
Күңелгә яҡын, үҙ иткән ярҙан.
А.С. Пушкин
(Гүзәл Ситдиҡова тәржемәһе)
Унылая пора! Очей очарованье!
Приятна мне твоя прощальная краса —
Люблю я пышное природы увяданье,
В багрец и в золото одетые леса,
В их сенях ветра шум и свежее дыханье,
И мглой волнистою покрыты небеса,
И редкий солнца луч, и первые морозы,
И отдаленные седой зимы угрозы.
* * *
Моңһоу мәлдәр! Күҙҙән күҙегерлек!
Балҡыш һүнер көндәр етеп бара –
Бөркәнсеккә - алтын, ҡомас ерлек,
Ғашиҡ булмай көҙгә юҡтыр сара.
Елдәр уйнап, һалҡын тынын бөрккәс ,
Монар ала күкте килке-килке,
Һүрәнәйә ҡояш, ағаста - бәҫ,
Уҫал янап ҡуя ҡышҡы ипкен.

Комментариев нет:
Отправить комментарий