среда, 12 апреля 2017 г.

Стихотворения А. С. Пушкина на башкирском языке в переводе Рами Гарипова

                               Александр Пушкин (1799-1837)

Рами Ягафарович Гарипов, башкирский поэт, переводчик (1932-1977) 

Тотҡон (Узник)

Ултырам ситлектә, ҡаҡмай керпек тә,
Ирекһеҙ иптәшем – бер йәш бөркөт тә,
Ян тәҙрәм төбөндә, ҡарғап донъяһын,
Ҡағына һәм суҡый ҡанлы ҡалъяһын.

Суҡый ҙа ырғыта, текләй тәҙрәгә,
Әйтерһең, бер уйҙы уйлай ул бергә.
Ҡарашы, тауышы ниҙер көткәндәй,
“Әйҙәсе, остоҡ!” тип әйтер киткәндә.

Беҙ ирек ҡоштары! Ваҡыт осорға,
Болттар артылып тауҙар ҡосорға,
Ундағы диңгеҙҙең күм-күк ситендә
Йөрөйөк һин дә … мин елдәр иркендә!..

Бағыусыма (Няне)
Йән дуҫҡайым ауыр көндәремдең,
Күгәрсенем, ҡартлыҡ көнөндә
Күптән-күптән яңғыҙ көтәһеңдер
Ҡарағайлы урман өңөндә.

Тәҙрә төптәрендә, һаҡ торғандай,
Күҙ алмайһың килер юлымдан.
Энәләрең йыш-йыш туҡталғандай
Ярғыланып бөткән ҡулыңда.

Текләйһең дә өнһөҙ ҡапҡаларға,
Алыҫтағы һорғолт юлдарға,
Көрһөнәһең һағыш-ҡайғыларҙан,
Сәғәт һайын сумып моңдарға…

Ҡышҡы юл. (Зимняя дорога)

Ялбыр болоттар эсенән
Ай сығып ҡарап ҡуя.
Моңһоу яландар өҫтөнә
Моңһоу нурҙарын ҡоя.
Эс бошорғос ҡышҡы юлдан
Өс толпар бара юртып.
Ҡыңғырауы гел бер моңдан
Зың-зың килә ҡаңғыртып.
Ниндәйҙер бер яҡын моңдо
Һуҙа күсер тауышы:
Йә сая бер киңлек унда,
Йә йөрәктең һағышы.
Ут та, йорт та ҡараңғыла,
Тик ҡар ята ағарып…
Буй-буй бағаналар ғына
Салынып ҡала бары…

Комментариев нет:

Отправить комментарий