понедельник, 10 апреля 2017 г.

Письмо Татьяны к Онегину (на башкирском языке)

Татьянаның Онегинга хаты.


" Һеҙгә яҙамын мин - тағы нимә,
Тағы нимә әйтә алам һуң?
Беләм, хәҙер хурлау күҙе менән
Мине хөкөм итә алаһың.
Тик Һеҙ минең бахыр өлөшөмә
Һаҡлап бер тамсы йәлләүҙең,
Ташламаҫһығыҙ Һеҙ мине. Тәүҙә
Юл бирмәҫкә теләнем мин һүҙемә.
Оятымды минең, ышанығыҙ, 
Һис ҡасан да белмәҫ инегеҙ
Әгәр өмөт булһа ул үҙемдә.
Хатта аҙна һайын бер генә
Ауылыбыҙҙа һеҙҙе күрергә.
Ишетеү өсөн генә һүҙегеҙҙе,
Бер һүҙ әйтеү өсөн, һуңынан - 
Көн-төн уйлап берәү турында
Күргәнгәсә тағы үҙегеҙҙе.
Тик ҡырыҫ тип һеҙҙе һөйләйҙәр;
Тын ауылда һеҙгә күңелһеҙ.
Ә  беҙ...Таң ҡалдырғыс түгелбеҙ,
Шат булһаҡ та һеҙҙең килгәнгә.
Ниңә килдегеҙ һуң һеҙ беҙгә?
Тынлығында иҫке ауылдың,
Белмәҫ инем һеҙҙе мәңгегә,
Белмәҫ инем асы ҡайғымды,
Бәлки мин дә йөрәк ярһыуымды
Ваҡыты менән баҫып, үҙемсә,
Үҙемә бер дуҫ табыр инем
Һәм тоғро иптәш булыр инем,
Булыр инем яҡшы бер әсә".

(Ш.Бикҡол тәржемәһе. Перевод Ш. Биккула. 1949 г.)




Комментариев нет:

Отправить комментарий